Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2010, 17:49

Биш агросәнәғәт комплексы предприятиеһы «Агро-300» клубына инде

Йыл һайын А.А.Никонов исемендәге Бөтә Рәсәй аграр проблемалар һәм информатика институты Рәсәйҙәге иң ҙур ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре рейтингын төҙөй. 2006-2008 йылдар йомғаҡтары буйынса 300 иң һөҙөмтәле эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеһы исемлеге баҫып сығарылды. Һайлап алыу Рәсәйҙең 8,5 мең ҙур һәм уртаса ауыл хужалығы ойошмаһы араһында үткәрелде.
Тәүге йөҙәүгә инеүселәр иҫәбендә — Башҡортостандың ике ауыл хужалығы предприятиеһы. Абруйлы аграр рейтингыла «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһы 56-сы урынды биләй. Былтыр ул 55-се урында ине. Ҡошсолоҡ продукцияһы һатыуҙан төшөм өс йылда уртаса 986 153 мең һум тәшкил иткән. Был осорҙа предприятиеның саф килеме — 170 722 мең һум. «Алексеевка» совхозы 64-се урынды биләй, унда төшөм – 807 488 мең һум, ә саф килем 156 760 мең һум тәшкил иткән.
Икенсе йөҙәүгә «Рощинский» совхозы (151-се урын) һәм «Турбаҫлы бройлерҙары» (177-се урын) инде.
«Баҙы» ауыл хужалығы производство комплексында байтаҡ эштәр башҡарылды. Бөгөн предприятие дөйөм Рәсәй рейтингында 215-се урынды биләй. Ә былтыр 295-се урында ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Агрогалс» ауыл хужалығы предприятиеһы исемлектән төшөп ҡалды.
Быйылғы клуб составы ярайһы уҡ яңырҙы. "Агро-300"гә төрлө тармаҡтар хужалыҡтары инә, әммә ҡошсолоҡ вәкилдәре өҫтөнлөк итә — 37%. Тикшереүселәр хужалыҡтарҙың уңышҡа өлгәшеүенең төп факторҙары итеп етәкселәрҙең юғары эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген, хеҙмәт һәм технологик дисциплинаны күҙәтеүҙе атай.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: