12:56 (UTC+5), 18 Января 2010

Росздравнадзор иң мөһим дарыуҙарҙың хаҡтарын иҫәпкә алыу эшен башлай

Елена Макушина
Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Росздравнадзор), Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы һәм тарифтар буйынса федераль хеҙмәттең уртаҡ ҡарарына ярашлы, 2010 йылдың 11 ғинуарынан йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим дарыу сараларының (русса ул жизненно необходимые и важнейшие лекарственные средства (ЖНВЛС) кеүек яңғырай) һатыуға ҡуйылғандағы иң юғары хаҡтарын теркәү, иҫәпкә алыу эшен башлай. Был турала күҙәтеү ведомствоһы матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, АМИ-ТАСС хәбәр итә.
Росздравнадзор етәксеһе, профессор Николай Юргель әйтеүенсә, әлеге көндә етди әҙерлек эштәре башҡарылған. “Дарыуҙары йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим препараттар иҫәбенә индерелгән фармакомпаниялар был эшкә етди ҡарар һәм Росздравнадзорға тейешле документтарын тиҙерәк еткереү өсөн барыһын да эшләр, тигән өмөттәбеҙ,” – тине Юргель.
Беренсе ғинуарҙан мөһим дарыуҙарға иң юғары хаҡ яңы алымдар буйынса билдәләнә. Сит ил менән Рәсәй компаниялары өсөн теркәү процедуралары ике төрлө буласаҡ. Үҙебеҙҙең компаниялар өсөн юғары хаҡты етештереүсе регистрацияла теркәгән хаҡ менән һатыуҙағы уртаса хаҡты сағыштырыу юлы менән билдәләйәсәктәр. Ә сит ил компаниялары өсөн дарыуҙың иң юғары хаҡын етештереүсе үҙе ҡуйған хаҡ менән был дарыу препараты теркәлгән илдә уның һатыуҙағы минималь хаҡын, шулай уҡ Рәсәйгә алып ингәндәге уртаса хаҡ күләме менән сағыштырып табасаҡтар.
Дарыуҙарға һатыуҙағы юғары хаҡты йылына бер тапҡыр, беренсе декабргә тиклем киренән ҡарарға мөмкин буласаҡ. Үҙгәрештәр 2010 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Һәм ЖНЛВС исемлегенә индерелгән дарыуҙар 1 апрелгә ҡәҙәр Росздравнадзорҙа теркәлергә һәм хеҙмәт сайтында баҫылырға тейеш.
БР буйынса Росздравнадзор Идаралығынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, улар был йүнәлештә эшләргә әҙер. Контроль-күҙәтеү сараларын яҡын арала башларға иҫәп тоталар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика