17:25 (UTC+5), 18 Января 2010

Бер йылда Куйбышев магистрале 59 миллион тонна йөк ташыны

Любовь Колоколова
2009 йылда Куйбышев тимер юлы тарафынан 59 миллион тоннанан ашыу йөк ташылды, был план күрһәткестәренән 0,5 процентҡа күберәк.
Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән элемтә хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр Куйбышев магистрале 34,6 миллион тонна нефть һәм уны эшкәртеү продукттары ташыны, был дөйөм тейәү күләменең 58,6 проценттан ашыуын тәшкил итте һәм былтырғы күрһәткестән 182 мең тоннаға күберәк булды. Бынан тыш, 4,5 миллион тонна самаһы химикаттар һәм сода, 3,7 миллион тонна төҙөлөш материалдары, дүрт миллион тонна сәнәғәт сеймалы һәм 2,5 миллион тонна ашламалар ташыны.
Былтыр декабрҙә йөк тейәү буйынса 2008 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата максималь үҫешкә өлгәшелде. Йөктәрҙең бөтә төп номенклатура төркөмдәре буйынса уртаса үҫеш 13 процент самаһы тәшкил итте.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе һәр ваҡыттағыса йөк ташыуҙар буйынса лидерҙар иҫәбенә инә, был бигерәк тә нефть химияһы продукцияһына ҡағыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика