17:46 (UTC+5), 15 Января 2010

Йәш кадрҙар наградалар алды

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә уҙған Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған махсус премия лауреаттарын наградлау үткәрелде.
«Йәш белгес» номинацияһында һынау цехының технологик бюроһы начальнигы Андрей Волик еңеүсе булды. Уның «Газотурбина двигателенең техник торошон күҙәтеү һәм нормалаштырыу программа комплексы» эше ҡабул итеү-тапшырыу һынауҙары процесында двигателдәрҙе сифатлыраҡ көйләү мөмкинлектәрен тикшерә.
«Йәш эшсе» номинацияһында предприятиела уңышлы индерелгән бер нисә рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы, механик йыйыу цехы көйләүсеһе Алексей Коряковцев иң яҡшы тип танылды.
Инструменталь цехтың план-диспетчер бюроһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айгөл Килмәтова «Йәштәр лидеры» номинацияһында беренсе булды. Һәләтле етәксе булараҡ, ул цехтың йәштәр коллективын әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеккә йәлеп итә алды. Уның инициативаһы буйынса подразделениеның йәш белгестәре йыл буйына профессиональ оҫталыҡ конкурстарында, шулай уҡ спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы.
«ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге бөтә лауреаттарға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика