04:56 (UTC+5), 15 Января 2010

Уникаль ҡорамалдар ҡулланған өсөн субсидия алырға мөмкин

Любовь Колоколова
БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы Башҡортостан Республикаһында махсуслаштырылған һәм уникаль ҡорамалдар (русса - СУО) ҡулланыуға киткән сығымдарҙы субсидиялауға документтар ҡабул ителә башлауы тураһында хәбәр итә.
БР сәнәғәт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, субсидиялар ике йүнәлеш буйынса бирелә. Беренсеһе ғариза биреүсе (заказ яһаған кеше) һәм милексе (ҡорамалдың хужаһы) йәки ҡорамалдың башҡа төрлө законлы эйәһе (подрядсы, эш башҡарыусы) араһындағы килешеү нигеҙендә СУО ҡулланып башҡарылған хеҙмәттәргә (башҡарылған эште) түләүгә киткән сығымдарҙың билдәле өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелгән. Икенсе йүнәлеш ҡуртымға алыуға, лизингы йәки ғариза биреүсе һәм милексе араһындағы килешеү буйынса СУО-ны ваҡытлыса ҡулланыу өсөн түләүҙәрҙе өлөшләтә ҡаплауға бәйле.
Беренсе осраҡта 2/3 күләмендә сығымдар субсидияланасаҡ, икенсеһендә - ҡап яртыһы. Ғариза биреүсе үрҙә билдәләнгән ике йүнәлештең береһе буйынса ярҙамды йылына бер тапҡыр алыу хоҡуғына эйә.
СУО ҡулланыуға бәйле сығымдарҙың өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелгән субсидияның максималь күләме 250 мең тәшкил итә.
Документтар БР сәнәғәт министрлығында 16 апрелгә ҡәҙәр ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика