11:48 (UTC+5), 14 Января 2010

Ҡала эргәһе тимер юл транспортында йөрөүгә льготалар һаҡлана

Социаль хеҙмәтләндереүгә эйә булған граждандарҙың тимер юл транспорты менән файҙаланыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Әммә улар льготасыларҙың йөрөүгә хоҡуҡтарын сикләмәй, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәте.
Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән 2010 йылға ҡала эргәһе тимер юл транспортында бушлай йөрөү формаһында социаль хеҙмәтләндереү менән файҙаланыусы граждандарҙы йөрөтөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә договор шарттары буйынса өлгәшелгән килешеүҙәргә ярашлы, айырым категория граждандарына быйыл 1 ғинуарҙан барыуға һәм ҡайтыуға бер тапҡыр бирелә торған билеттар биреләсәк. Бер тапҡыр бирелә торған билеттарға күсеү пассажирҙың ҡала эргәһе поезында йөрөү фактын раҫлау, льготалы категория граждандарының күпме йөрөүен һәм файҙаланылған бюджет средстволарының адреслылығын аныҡ иҫәпкә алыу өсөн кәрәк.
Граждандарҙың ҡала эргәһе транспортында бушлай йөрөүгә хоҡуғын бойомға ашырыу өсөн “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм ҡала эргәһе пассажирҙар компаниялары яғынан социаль хеҙмәтләндереү менән файҙаланыусы граждандарға йөрөү документтарын (билеттар), Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы, сираттан тыш биреү тәьмин ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика