Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2010, 14:46
«Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» производствоны яңырта
Былтыр Башҡортостанда 45 миллиард һумлыҡ республика өсөн мөһим тиҫтәләгән яңы производстволар файҙаланыуға тапшырылды. Был төбәктең 26 предприятиеһында алты меңдән ашыу эш урыны булдырырға һәм һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итте.
Модернизация менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнеүсе предприятиелар араһында «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен айырып күрһәтергә мөмкин. Был завод Рәсәйҙең һыйымлы һәм йылылыҡ алмашыу ҡорамалдары, һауа менән һыуытыу колонналары һәм аппараттары, ҡаҙан-утилизаторҙар, нефть-газ сепараторҙары һәм фильтрҙар етештереү буйынса төп предприятиелары иҫәбенә инә. Техник мөмкинлектәре һәм продукцияның сифаты буйынса «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» нефть химияһы машиналары эшләүҙә алдынғы позициялар биләй.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
сәнәғәт
инновациялар
инвестициялар
модернизация
Читайте нас: