03:43 (UTC+5), 13 Января 2010

Төҙөүселәр бюджеттан ярҙам ала

Любовь Колоколова
Республиканың адреслы инвестицион программаһы нигеҙендә уҙған йылдың аҙағында бер нисә төҙөлөш ойошмаһына бетон транспорты техникаһын һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтелде.
Был техниканы “Туймазы автобетоновоздар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығара. Ул артабан республиканың мәғариф учреждениелары төҙөлөшөндә ҡулланыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте был маҡсатҡа 22,8 миллион һум аҡса бүлгән. Яңы техника “ПМК-Баймаҡ”, “Уфастройинвест”, “Агидельстройсервис”, “Акрополь”, “СК Зауралье”, “Экопласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә китәсәк.
БР Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы ҡушыуы буйынса, “Туймазы автобетоновоздар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге тәүҙә республика бюджетынан финансланған мәғариф учреждениелары төҙөлөшөн алып барыусы подрядсыларҙың махсус техникаға булған мохтажлығын асыҡлаған.
Һөҙөмтәлә подрядсылар Республика капиталь төҙөлөш идаралығы аша ташламалы килешеү юлы менән Туймазы заводынан 21,2 миллион һумға техника һатып ала алған. “ПМК-Баймаҡ” ойошмаһы туранан-тура 1,6 миллион һумлыҡ бер төҙөлөш техникаһын һатып алһа, яҡын арала республика программаһы иҫәбенә бетон иҙгестәр менән тағы ла “Уфастройинвест”, “Агидельстройсервис”, “Акрополь”, “СК Зауралье”, “Экопласт” автопаркы тулыландырыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика