Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.41
+0.57
9+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2010, 11:55
«Башспирт» предприятиелары төпрәне тулыһынса эшкәртә
2010 йылдың 1 мартынан «Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк.
Яңы талаптарға ярашлы, технологияһы буйынса төпрә (спирт етештереүҙең төп ҡалдығы) алыу ҡаралған этил спирты етештергәндә предприятиелар уны тулыһынса эшкәртергә һәм (йәки) утилләштерергә тейеш. Федераль закондарҙы үтәү өсөн төп производствоны өҫтәмә технологик ҡорамал менән йыһазландырырға кәрәк.
БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиелары төпрәне эшкәртеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм закон талаптарын үтәүгә тулыһынса әҙер.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
башспирт
сәнәғәт
Читайте нас: