18:31 (UTC+5), 13 Января 2010

1 ғинуарҙан араҡының минималь хаҡы - 0,5 литрына 89 һум

Алкоголь баҙарын көйләүсе федераль хеҙмәт берәмләп һатыуҙа араҡы хаҡының минималь күләмен билдәләне. Беренсе ғинуарҙан Рәсәй Федерацияһында етештерелгән һәм уның биләмәһенә индерелгән араҡының хаҡы 0,5 литрына 89 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Башҡа төрлө һыйышлыҡтағы һауыттарға ҡойолған араҡы хаҡы минималь хаҡҡа пропорциональ рәүештә иҫәпләп сығарыла.
— Башҡортостандың алкоголь баҙарына был сараның йоғонтоһо булмай, - тине Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы начальнигы Айбулат Хәйбуллин. — Республика селтәрендә хаҡы минималь күләмдән түбән булған араҡы юҡ. Кәштәләргә контрафакт продукция эләкмәһен өсөн республика етәкселеге алкоголь баҙарын ныҡлы күҙәтеү аҫтында тота. Бигерәк тә Башҡортостанда сифатлы алкоголь продукцияһын етештереүсе етди “Башспирт” предприятиеһы булғанда.
Шул уҡ мәлдә Рәсәй өсөн был сараның бик кәрәкле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе. Күрше өлкәләрҙә сауҙа нөктәләрендә контрафактлы сифатһыҙ алкоголде реализациялау мәсьәләһе бик киҫкен тора.
Законға ярашлы, араҡыға билдәләнгән минималь хаҡты төшөргәндәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Вазифа биләүселәргә - илле мең һум (йәки өс йылға дисквалификацияланыу), юридик шәхестәргә йөҙ мең һум күләмендә штраф билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика