Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
-0.18
100.8
+0.41
71.61
-0.36
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2010, 10:41
Мартта Астанала «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм сауҙа көндәре» махсус күргәҙмәһе ойошторола
Быйыл 3-5 мартта Ҡаҙағстан Республикаһы баш ҡалаһы Астанала «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм сауҙа көндәре» махсус күргәҙмәһе үтәсәк. Экспофорумдың төп йүнәлештәре араһында сәнәғәт кооперацияһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек проекттары буласаҡ.
Был күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостандың хужалыҡ итеүсе субъекттарына «ҠаҙағстанИнжиниринг» Милли компанияһы базаһында берлектәге предприятиелар төҙөү мөмкинлеге биреләсәк, Ҡаҙағстандың сәнәғәт даирәләре менән ныҡлы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн яңы импульстар барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡаҙағстан биләмәһендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә йыл һайын ҡатнаша, унда республика предприятиеларында сығарылған продукция өлгөләрен күрһәтеү уңыш менән үтә.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу тураһында ентекле мәғлүмәтте БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының www.tpprb.ru сайтында йәки 276-20-82, 276-20-63 телефондары аша алырға мөмкин.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
күргәҙмәләр
сәнәғәт
тышҡы бәйләнештәр
Читайте нас: