Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2010, 09:51

Мәскәүҙә «Дәүләт заказы-2010» форум-күргәҙмәһе үтәсәк

Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы менән берлектә быйыл 24 марттан 26-һына тиклем Мәскәүҙә «Дәүләт заказы-2010» VI Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үткәрәсәк.
Биш йыл эсендә «Дәүләт заказы» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙен дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙың предприятиелар менән үҙ-ара уңышлы хеҙмәттәшлегенең һөҙөмтәле механизмы итеп күрһәтте. Унда йыл һайын федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдарының, халыҡ-ара ойошмаларҙың, Рәсәй һәм сит ил компанияларының, банк һәм фәнни үҙәктәрҙең 5000-дән ашыу вәкиле ҡатнаша. Был форум дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн продукция һатып алыуҙың асыҡтан-асыҡ системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, форум-күргәҙмә сиктәрендә конкурстар, ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм уҡытыу семинарҙары үткәреләсәк. Традицион электрон сауҙа майҙансығында “ситтән тороп” режимында һатыу итеү, аукциондар ойоштороласаҡ.
«2009 йылдың иң яҡшы тәьмин итеүсеһе», «Иң яҡшы төбәк экспозицияһы» рәсми конкурстары, «Иң яҡшы дәүләт заказсыһы» рейтингы йомғаҡтары иғлан ителәсәк.
Форумда ҡатнашыу шарттары менән www.goszakaz.inconnect.ru сайтында танышырға мөмкин.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: