Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2010, 14:20

«Өфө» аэропортынан сит илгә осоусы пассажирҙар һаны артты

Былтыр «Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә юлланыусы пассажирҙар һаны артты.
«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда сит илгә осоусы бөтәһе 270 мең пассажир хеҙмәтләндерелде. Был категорияла план үтәлеше 122 процент тәшкил итте. Был 2008 йылдағынан 8,9 процентҡа күберәк. Белгестәр был фактты рәсәйҙәрҙең башлыса сит ил маршруттарын тәҡдим итеүсе турфирмалар путевкалары буйынса ял итеүгә ҡыҙыҡһыныуы артыуы менән аңлата.
«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты аэровокзал комплексы 2009 йылда бөтәһе бер миллион 225 мең пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, был 2008 йылдағынан 124 мең пассажирға, йәғни 9,3 процентҡа кәмерәк.
Дөйөм пассажирҙар һаны кәмеүенең төп сәбәбе итеп белгестәр иҡтисади көрсөктөң оҙаҡҡа һуҙылыуын иҫәпләй.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: