12:52 (UTC+5), 11 Ғинуар 2010

Аяз ятҡылығы миллион тоннанан ашыу нефть бирәсәк

Эльвира Латипова
Башҡортостандың Дыуан районында урынлашҡан Аяз ятҡылығынан миллион тоннанан ашыу нефть алырға мөмкин буласаҡ. Анализдарҙан күренеүенсә, Дыуан нефте составында, республика буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, көкөрт миҡдары аҙ, тығыҙлығы һәм үҙлелеге түбән.
Ятҡылыҡ бер нисә тиҫтә йыл элек үк асылғайны, ләкин нефть табыусылар уның менән күптән түгел генә ҡыҙыҡһына башланылар: элек уларҙы юғары дебитлы скважиналар ғына ҡыҙыҡһындырҙы.
Тендер барышында Аяз нефть-газ ятҡылығы менән шөғөлләнәсәк компания билдәләнде. Был эш менән «ОЗНА» компанияһының (филиалы - Октябрьский ҡалаһында) Нижневартовскиҙа (Ханты-Манси автономиялы округы) урынлашҡан проект дивизионы - Тәбиғәттән файҙаланыу институты шөғөлләнәсәк.
Тендер шарттарына ярашлы, Институт өс куст майҙансығында 17 скважина ҡороу буйынса проект эштәрен башҡарасаҡ. «ОЗНА» компанияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, өс километрлыҡ коммуникациялар коридоры, һурҙырыу станцияһы, нефть ҡойоу пункты һәм башҡа объекттар проекттарын эшләү бурыстары тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика