13:30 (UTC+5), 30 Декабрь 2009

Черниковкала торлаҡ кварталдары проектын төҙөү буйынса тыңлауҙар үткәрә

Ҡала хакимиәте Өфөнөң Калинин районында Азатлыҡ, Черниковка, Кремль һәм Беренсе Май урамдары менән сикләнгән биләмәне планлаштырыу проекты буйынса тыңлауҙар үткәрәсәк. Өфө ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте.
Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Сатаров хәбәр итеүенсә, тыңлауҙар кешенең уңайлы тормош шарттарына хоҡуҡтарын күҙәтеү маҡсатында үткәрелә. Ике тораҡ кварталын ҡайтанан планлаштырыу һигеҙ гектар майҙанды солғап ала һәм әлеге ваҡытта унда йәшәүсе 1664 кешенең мәнфәғәттәренә ҡағыла.
Биләмәне планлаштырыу проекты буйынса үҙ тәҡдимдәрен өфөләр ҡала округы Советына бер ай эсендә ебәрә ала. Тыңлауҙар Калинин районы хакимиәтендә 2010 йылдың 27 февралендә үткәреләсәк. Ул 12 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика