12:16 (UTC+5), 30 Декабря 2009

Былтыр яңы производстволарға 45 миллиард һум инвестицияланды

Эльвира Латипова
Былтыр Башҡортостанда 33 яңы ҙур производство эшләй башланы. Бөтә инвестициялар 45 миллиард һум тәшкил итте. Һөҙөмтәлә республиканың 26 предприятиеһында алты меңдән ашыу эш урыны булдырылды һәм һаҡлап алып ҡалынды.
Башҡортостан Рәсәйҙең сәнәғәт тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөнән артығын етештергән һәм эш менән мәшғүл халыҡтың дүрттән бер өлөшө был секторға тура килгән аҙ һанлы субъекттарының береһе булып тора.
Бөгөн республикала 600 миллиард һумға 78 ҙур проект әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла. Уларҙа тағы 60 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ. Улар араһында – Өфө трансформатор заводы, «Ласселсбергер» керамик плитка производствоһы, «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә аҡрын кокслау комплексы, «Инмаш» Стәрлетамаҡ концерны базаһында «Беларус» тракторҙарын йыйыу, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексында күркә ите етештереү һәм башҡалар.
VDL концерны менән берлектә «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте автобустарҙың яңы моделдәрен сығарыуҙы үҙләштерҙе: туристик, ҡала-ара һәм 15 метр оҙонлоғондағы ҡала автобусы. Комплектлаусы деталдәрҙең бер өлөшөн: автобус салондары өсөн пластмасса деталдәр һәм запчастар – аутсорсинг шарттарында бәләкәй бизнес субъекттары етештерә.
«Лаверда» итальян фирмаһы менән килешеү буйынса республикала «Челленджер-647» комбайндарын етештереү юлға һалынған. «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Нефтекама автозаводы менән берлектә яңы БТЗ-НефАЗ-52765А троллейбусы сығарҙы.
Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2010 йылда «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡайһы бер проекттарын тормошҡа ашырыу дауам иттереләсәк. Атап әйткәндә, Сибайҙа – газотурбина электростанцияһы, Өфөлә – Затон биҫтәһендә подстанция. Туймазы районында — керамик кирбес етештереү заводы, Учалы районында Чехия эксперт банкы менән берлектә эзбиз-цемент комбинаты төҙөү проекты бойомға ашырыласаҡ. Билдәләнгән бурыстар араһында – Ғафури районында аҙ ҡатлы йорттар һалыу өсөн төҙөлөш материалдары һәм тиҙ күтәрелгән конструкциялар производствоһын ойоштороу.
Күҙаллауҙар буйынса, 2010 йылда был инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика