10:30 (UTC+5), 29 Декабря 2009

Урман хужалыҡтары етәкселәренә яңы техниканан асҡыстар тапшырылды

Ғәлиә Нәбиева
Бөгөн Өфө районында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы учреждениелары һәм предприятиелары етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. Унда республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, Өфө районы хакимиәте башлығы Владимир Незнанов һәм бөтә республиканан 31 урман хужалығы етәксеһе ҡатнашты. Ягодная Поляна ҡасабаһында семинарҙа ҡатнашыусылар «Лесовод» уҡыу-тәжрибә үҙәгенең производство базаһы менән танышты. Был үҙәктә урман хужалығы белгестәре янғынға ҡаршы әҙерлек үтә. «Лесовод»та урман янғындарын һүндереү тактикаһы һәм кәрәкле техника менән таныштылар.
Һуңынан урман хужалыҡтары етәкселәренә БР Урман хужалығы министрлығы һатып алған ВАЗ 21214 «Нива» и УАЗ39094 «Фермер» автомобилдәренән асҡыстар тапшырылды. Дөйөм алғанда, Башҡортостан урман хужалыҡтары автопарктары 26 берәмеккә тулыланды. Бөтә автомобилдәр яҡын араларҙа 800 мең һумға махсус янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда Урман хужалығы министрлығы автопаркы ярайһы уҡ яңырҙы. 2008 йылда федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә дәүләт учреждениелары — урман хужалыҡтары өсөн 12 еңел автомобиль һатып алынды. Быйыл 40 автомобиль (12-һе – урман-патруль автомобиле) алынды, шул иҫәптән 25-е — федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә һәм 12 — урман хужалыҡтарының үҙҙәренең бюджеттан тыш табыштары иҫәбенә. 2008-2009 йылдарҙа урман хужалыҡтары техникаһы 20 процентҡа яңыртылды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика