11:50 (UTC+5), 17 Декабря 2009

4604 ғаилә әсәлек капиталын торлаҡ кредитын ҡаплауға файҙаланды

Ғәлиә Нәбиева
Бөгөнгө көнгә республикабыҙҙан 4604 ғаилә әсәлек капиталы средстволарын торлаҡ кредиттарын ҡаплауға йүнәлтергә ҡарар итте. Дөйөм алғанда, был 1,2 миллиард һум, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан тыш, әсәлек капиталы средстволарынан 12 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособиелар биреүгә 57 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителде, ғаиләләр уларҙы көндәлек ихтыяждарына тотона ала. 51176 ғаилә бындай түләүҙе алды ла инде.
Һуңғы сара ваҡытлыса характерҙа. 2007 йылдың 1 ғинуарынан 2009 йылдың 30 сентябренә тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ алған ғаиләләр бер тапҡыр түләнә торған пособие алыуға ғаризаны 2009 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса бирергә тейеш. Әгәр хоҡуҡ 2009 йылдың 1 октябренән 2009 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған осраҡта – 2010 йылдың 31 мартынан да һуңға ҡалмайынса. Үҙең менән паспорт, әсәлек капиталына сертификат һәм иҫәп реквизиттары тураһында банк белешмәһе килтереү етә, ике ай эсендә 12 мең һум аҡса һеҙҙең иҫәпкә күсереләсәк.
2009 йылда республикала әсәлек капиталына 27,3 мең сертификат бирелде, был 2008 йылдың ошо уҡ осорондағынан 1,3 тапҡырға күберәк. 2007 йылдың башынан алып бөгөнгә тиклем иһә бөтәһе 67449 сертификат бирелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика