15:01 (UTC+5), 14 Декабря 2009

Профсоюздар эш хаҡын күтәреү юлдарын эҙләй

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар Федерацияһы Советы президиумының Профсоюздар йортонда үткән ултырышында төп тема булып эш хаҡы түләү буйынса яңы системаларҙы тормошҡа ашырыу торҙо.
БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн хеҙмәт хаҡы түләүҙең яңы системаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда тармаҡ эшсе төркөмдәре ойошторолдо, уларҙың составына профсоюзов, БР Финанс министрлығы һәм БР Хеҙмәт һым халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре инә.
Республикабыҙҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына ыңғай үҙгәрештәр индереү өсөн ултырышта ҡатнашыусылар муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән 2010 йылда эш хаҡын инфляция кимәленән кәм булмаған күләмдә индексациялауға, аҙ алып эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреүгә өҫтәмә средстволар бүлеүгә, хеҙмәт хаҡы фондында дәртләндереү түләүҙәре өлөшөн кәмендә 30 процентҡа еткереүгә йүнәлтелгән эш алып барырға ҡарар ителде. БР профсоюздары фекеренсә, айырыуса бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. 2010 йылда ул республика буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә еткерелергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика