12:14 (UTC+5), 04 Декабря 2009

Республикала көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырыла

Ғәлиә Нәбиева
РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы урындарҙа көрсөккә ҡаршы күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге мониторингын үткәрҙе. Төбәктәр сентябрҙә тапшырған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәй Федерацияһының 83 субъектынан көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырылған 14 төбәкте айырып күрһәтергә мөмкин. Улар иҫәбендә Башҡортостан да.
РФ субъекттарының дәүләт власы органдарының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген баһалау һәм мониторингы департаменты белгестәре социаль программалар сиктәрендә торлаҡ ипотека кредиттары биреү буйынса ставкалар 13 процентҡа тиклем кәмеүен билдәләй.
Уңышлы саралар иҫәбендә — республика иҡтисадының төҙөлөш секторына кредит биреү тураһында килешеү. 2009 йылдың икенсе ярты йыллығында 14 кредит ойошмаһы тарафынан торлаҡ төҙөлөшө алып барыусы төҙөүселәргә кредиттар һәм граждандарға ипотека торлаҡ кредиттары биреүҙең планлаштырылған күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Эконом-класлы аҙ ҡатлы йорттар етештереү сәнәғәтенең инвестицион проектын тормошҡа ашырыу буйынса ла саралар билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика