17:23 (UTC+5), 04 Декабря 2009

Башҡортостан журналистары – “АГРО - СМИ-2009” призерҙары

Ғәлиә Нәбиева
Бөгөн Мәскәүҙә “АГРО-СМИ-2009” Бөтә Рәсәй фестивале лауреаттарын һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы булып уҙҙы. Конкурс Рәсәй ауылдары һәм агросәнәғәт комплексы мәсьәләләрен яҡтыртыусы журналистар һәм киң мәғлүмәт сараларының иң мәртәбәлеләренән иҫәпләнә. Уның ойоштороусылары – Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы һәм Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә “Рәсәй аграр хәрәкәте”.
Быйылғы фестивалдә Рәсәйҙең 68 төбәгенән 600 өлкә һәм район редакциялары, шулай уҡ журналистарҙың 830 ижади эше ҡатнашты.
БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, өлкө һәм район киң мәғлүмәт саралары конкурсында Мәләүез районының “Путь Октября” гәзите призер булды. Бүләкләнеүселәр исемлегендә – “Башҡортостан” телерадиокампанияһы журналисы Булат Ураҙбаев, “Сельские узоры” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Алмаз Ғәлимов, “Буздякские новости” гәзите журналисы Радик Ғиззәтуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика