12:28 (UTC+5), 03 Декабря 2009

Предприятиеларҙа бәхетһеҙлек осраҡтары һаны кәмей

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һаны кәмей. Был ыңғай тенденция 8 йыл инде күҙәтелә. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР-ҙың баш хеҙмәт инспекторы Виктор Силантьев һөйләүенсә, 2006 йыл менән сағыштырғанда кеше үлеүгә килтергән бәхетһеҙлек осраҡтары һаны ике тапҡырға кәмегән. Бөгөн хеҙмәт инспекцияһы тарафынан 63 кеше үлеү осрағы теркәлгән. 155 кеше ауыр имгәнгән. Рәсәй Статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2008 йылда Рәсәйҙә производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һөҙөмтәһендә 58300 кеше ҡазаға тарыған.
Элеккесә, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшкәртеү һәм транспорт кеүек тармаҡтарҙа кешеләр йышыраҡ имгәнә.
Виктор Силантьев, Башкортостанда производствола хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҙур профилактик эш үткәрелеүе статистикала сағылды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2009-2011 йылдарға Республика хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу маҡсатлы программаһы раҫланған һәм ул уңышлы эшләй.
Иҡтисади көрсөк шарттарында производствоның түбән төшөүе һәм эшләүселәр һаны кәмеүе лә имгәнеүҙәрҙең кәмеүенә йоғонто яһаны.
Инспекция белгестәре һөйләүенсә, производствола имгәнеүҙәрҙең күбеһе бейектән ҡолағанда һәм транспорт һәләкәттәрендә алынған. Төп сәбәптәр булып кеше факторы, хеҙмәтте ойоштороу шарттарының ҡәнәғәтләнерлек булмауы, хеҙмәт дисциплинаһын боҙоуҙар тора. Бәхетһеҙлек осраҡтарының 40 проценты – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек арҡаһында имгәнеүселәр байтаҡ. Бындай осраҡтарға ҡазаға тарыусыларҙың үҙҙәренә лә, уларҙың ғаилә ағзаларына ла бер ниндәй ҙә компенсация түләнмәй.
Виктор Силантьев һөйләүенсә, инспекторҙар ауыр имгәнеүҙәр һәм үлем менән осраҡтарҙы ғына тикшерә. Әгәр предприятиела фажиғә була ҡалһа, эш биреүсе бер тәүлек эсендә был турала Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына хәбәр итергә тейеш. Бәхетһеҙлек осраҡтарын йәшереү факттары ла булғылай. Быйыл ошондай 31 осраҡ теркәлгән. Был осраҡтар буйынса 26 вазифалы һәм 9 юридик шәхес яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш урынын һаҡларға маташып һәм эш биреүсенең баҫымы аҫтында производствола имгәнеүҙәрен йәшерергә әҙерҙәр. Был бигерәк тә шәхси предприятиеларға хас. Хеҙмәт инспекторҙары, уларҙың эшендә “күптән үткән” тигән төшөнсә юҡ, тип айырып билдәләне. Хатта әгәр кеше производствола 20 йыл элек имгәнгән булып, бөгөн генә инспекцияға мөрәжәғәт итһә лә, ул компенсация түләүгә дәғүә итә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика