15:01 (UTC+5), 02 Декабря 2009

Рәсәйҙә “Электрон төбәк” проекты индереләсәк

Любовь Колоколова
Рәсәй Федерацияһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Рәсәйҙә “электрон хөкүмәт”тең үҫеше дөйөм линия буйынса барһын өсөн “Электрон төбәк” проектын әҙерләне.
Был хаҡта “Төбәк информатизациялауы. Стратегик өҫтөнлөктәр” халыҡ-ара конеренцияһында РФ-тың Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев хәбәр итте.
Проекттың төп маҡсаттары – төбәк һәм муниципаль дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон форматҡа күсереү һәм дәүләт идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү. Рәсәй Хөкүмәте иҫәпләүенсә, 2010 йылда уҡ граждандар өҫтөнлөклө дәүләт хеҙмәтләндереүҙәренең 70 төрөн алыу өсөн электрон ғариза биреү мөмкинлегенә эйә булырға тейештәр.
Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы һүҙҙәре буйынса,”Электрон төбәк” проекты өс этапта индереләсәк. Тәүгеһендә системалы проектлау үткәреләсәк, эксперимент үткәреү өсөн төбәк һайланасаҡ һәм улар менән бергә “электрон хөкүмәтте” индереү буйынса шәхси проекттар әҙерләнәсәк. Икенсе этапта дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон форматҡа күсереү ҡараған. Өсөнсө этапта, ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һөҙөмтәләр нигеҙендә әҙер ҡарар булдырыу.
Башҡортостанда электрон хеҙмәтләндереүҙең беренсе аҙымдары эшләнгән дә инде. Мәҫәлән, электрон һанлы ҡултамғалар файҙаланып, электрон документтар әйләнешен индереү өсөн БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ “КриптоТри” программаһы ярҙамында юридик әһәмиәтле документтар әйләнешен яҡлау өсөн 1200 эш урыны һатып алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика