16:00 (UTC+5), 02 Декабря 2009

Башҡортостанда 19 Александровка ауылы иҫәпләнә

Эльвира Латипова
“Яндекс” компанияһының аналитика төркөмө үтә ҡыҙыҡлы географик күҙәтеүҙәр яһаған. Рәсәйҙә иң ныҡ таралған ауыл исемдәренең береһе – Александровка.
Башҡортостанда улар 19 иҫәпләнә. Бындай исемле ауылдар Благовещенда – ике, Ҡырмыҫҡалыла – дүртәү,уларҙың икәүһе 1-се Александровка һәм 2-се Александровка тип йөрөтөлә. Беҙҙә шулай уҡ өс Яңы Александровка бар.
Республикала Покровка ауылдары ла күп икән, уларҙың һаны шулай уҡ 19. Ирҙәр исеменән барлыҡҡа килгән ауылдар һаны ла байтаҡ: Николаевка (18), Ивановка (15), Дмитриевка (12), Алексеевка һәм Андреевка (10-шар).
Рәсәйҙә “Яңы”,“Үрге”,“Оло” ҡушымталы ауылдар һаны “Иҫке”, “Түбәнге”, “Бәләкәй” ҡушымталыларҙан күберәк.
Беҙҙең илебеҙҙә иң популяр урам исемдәре – Урман, Үҙәк һәм Баҡса урамдары икән. Ә бына һәр ҡалала булған Ленин урамы рейтингтың ни бары 23-сө юлында ғына булып сыҡты.
Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында Өфө иң иркене икән. Бындай ҡалаларҙың иң тығыҙы – әлбиттә,"резинанан эшләнмәгән" Мәскәү. Бында бер кешегә ни бары 101 квадрат метр тура килә. Иркен Өфөлә бер кеше 698 “квадратҡа” иҫәп тота ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика