11:43 (UTC+5), 02 Декабря 2009

Башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса алда бара

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан — граждандарҙы иҫке авария хәлендәге торлаҡтан яңы торлаҡҡа күсереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, авария хәлендәге йорттан яңы торлаҡҡа күсеүселәрҙең иң күбе Кемерово өлкәһендә — 2975 кеше. Башҡортостан икенсе урында – 2097 кеше. Унан ҡала Новосибирск — 2024, Ырымбур — 1631 һәм Силәбе — 1584 – өлкәләре.
Федераль округтар араһында был күрһәткес буйынса Волга буйы алда бара: яңы фатирҙарға 10579 кеше күсте лә инде.
Башҡортостандың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда, быйыл республикала авария хәлендәге йорттарҙан 3709 кеше күсенде. Улар араһында беренсел генә түгел, икенсел фатирға инеүселәр ҙә байтаҡ. —Былар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама ҡалаларында, шулай уҡ Благовещен һәм Туймазы райондарында йәшәүселәр. Был маҡсаттарға 3,7 миллиард һум самаһы аҡса үҙләштерелде. Был пландың 84 проценты, йыл аҙағына тиклем күсереү дауам иттереләсәк. Бөгөнгө көндә республикала бөтәһе 10110 кеше иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика