08:03 (UTC+5), 01 Декабря 2009

Хеҙмәт пенсияһының база өлөшө 612 һумға артты

Ғәлиә Нәбиева
1 декабрҙән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының база өлөшөнөң күләме 2562 һум күләмендә билдәләнде. Ноябрҙә был сумма 1950 һум ине. Шулай итеп, өҫтәмә 612 һум (31,4%) тәшкил итте. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был инде 2009 йыл башынан алып пенсияларҙы дүртенсе тапҡыр арттырыу.
80 йәше тулған пенсионерҙар өсөн һәм 3-сө дәрәжә инвалидтарға база өлөшө күләме 5124 һум суммаһында билдәләнде. Өҫтәмә 1224 һум тәшкил итте.
Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән саҡта һәләк булған яугирҙарҙың ҡабаттан никахҡа инмәгән тол ҡатындарына, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби хеҙмәт осоронда һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланған инвалидтарға ике пенсияһы ла арттырылды.
Рәсәй Федерацияһы алдындағы айырым ҡаҙаныштары өсөн ай һайын өҫтәмә матди тәьминәт күләме лә арттырылды. Был пособие Советтар Союзы Геройҙарына, РФ Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Ленин ордены менән наградланыусыларға түләнә.
- Башҡортостанда 2009 йылдың 1 декабренән Пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәргә өҫтәмә рәүештә 802 миллион һум аҡса талап ителә. Республикала был средстволар етерлек күләмдә, — ти Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика