06:25 (UTC+5), 01 Декабря 2009

Декабрҙә “Йөҙҙән йөҙгә” премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ

Любовь Колоколова
18 декабрҙә Өфөлә ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды дүртенсе тапҡырына “Йөҙҙән йөҙгә” ҡала ижтимағи эшлекле премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһын үткәрәсәк. Үҙ эштәре менән ҡаланың һәм унда йәшәүселәрҙең сәскә атыуына һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе өфөләр бүләктәр аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йөҙҙән йөҙгә» премияһы 2006 йылда булдырылғайны. Үткән дүрт йылда конкурс программаһында республика баш ҡалаһында йәшәүсе 230 самаһы кеше ҡатнашты. Уларҙың эштәре менән ғорурланырға мөмкин, улар ҡалабыҙҙы төҙөкләндерә, йорттар, юлдар һала, ҡала урамдарын төҙөкләндерә, сәләмәтлегебеҙ тураһында хәстәрлек күрә, мәҙәни һәм белем биреү үҙәктәре ойоштора бит. Уҙған йылдар йомғаҡтары буйынса Фонд ярҙамында 50-нән ашыу проект бойомға ашырылды, уларҙа Өфөнөң 300 меңдән ашыу кешеһе ҡатнашты.
Быйыл “Йөҙҙән йөҙгә” премияһына дәғүә итеүселәр даирәһе киңәйҙе. Конкурста 17 йәшлек студенттар ҙа, 80 йәшлек пенсионерҙар ҙа ҡатнаша. Бөтәһе 57 заявка килде. Ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнеүенсә, премияға дәғүә итеүселәрҙең барыһы ла — лайыҡлы һәм талантлы кешеләр.
4 декабрҙә конкурс комиссияһы ултырышы үткәрелә, унда власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре инә. Тауыш биреү ябыҡ буласаҡ. 18 декабрҙә генә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҙур залында “Йөҙҙән йөҙгә” ижтимағи эшлекле премияһына лайыҡ булыусыларҙың исемдәре аталасаҡ.
“Йөҙҙән йөҙгә” премияһын ойоштороусылар – ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика