12:11 (UTC+5), 30 Ноября 2009

Валоризация Башҡортостанда 940 мең самаһы кешегә ҡағыласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
Яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, Башҡортостанда валоризация 940 мең самаһы кешегә ҡағыласаҡ. Рәсәй Пенсия Фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пенсия уртаса 1100 һумға артасаҡ.
Ошо көндәрҙә үткәрелгән Рәсәй пенсия форумы “совет” хеҙмәт стажын ҡайтанан баһалауға һәм пенсияға йәшәү минимумы кимәленә тиклем социаль өҫтәмә билдәләүгә арналды. Унда РФ Хөкүмәте башлығы Владимир Путин пенсия системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Форумда Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров ҡатнашты.
— Һуңғы тиҫтә йылда пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе арттырыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн әҙерлек эше республикала график буйынса алып барыла, — ти Фоат Хантимеров.
Башҡортостанда октябрҙә үк пенсионерҙың 2010 йылға йәшәү минимумы күләме — 3939 һум – билдәләнде. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә быйыл 1 декабрҙән хеҙмәт пенсияһының база өлөшөн күтәргәндән һәм 2010 йылдың 1 ғинуарынан валоризациянан һуң, республика аҡсалата түләүҙәрҙе иҫәпкә алып та, пенсия күләме республикала йәшәү минимумына етмәгән пенсионерҙарҙың исемлеге төҙөлдө һәм аныҡланды.
Башҡортостанда төбәк ярҙам сараларын иҫәпкә алып, 115 мең самаһы пенсионер 2010 йылдың 1 ғинуарынан федераль бюджет средстволары иҫәбенә социаль өҫтәп түләүгә хоҡуҡ ала. Өҫтәмә түләү күләме бер нисә һумдан ике мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика