11:07 (UTC+5), 30 Ноября 2009

Белорет металлургия комбинатында етештереү күләмдәре арта

Эльвира Латипова
БР Профсоюздар федерацияһы һәм Рәсәй Тау-металлургия профсоюзы төбәк ойошмаһы етәкселегенең Белорет металлургия комбинаты профактивы һәм уның идара итеүсе директоры Виктор Камелин менән осрашыуында Белорет металлургия комбинатындағы финанс-иҡтисади хәл тикшерелде.
Һөйләшеүҙең йөкмәткеһен Рәсәй тау-металлургия профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Марат Хөсәйенов бәйән итә:
- Эш хаҡы кимәле буйынса предприятие хатта Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалынан алда бара. Әлеге ваҡытта комбинат эш менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әгәр беренсе ярты йыллыҡта предприятиеның зыянлы эшләүе 230 миллион һум самаһы тәшкил итһә, бөгөн иһә был һан 10-11 миллион һумға төшкән, ә йыл аҙағына БМК зыянһыҙ эшләү режимына сығырға планлаштыра. Көрсөккә тиклемге һөҙөмтәләр әлегә юҡ, әлбиттә, ләкин эш күләме буйынса тотороҡло үҫеш күҙәтелә. Ҡатнаш сым цехында һыуыҡ килеш деформацияланған арматура етештереү буйынса ҡорамалдарҙың яңы линияһын сафҡа индереү ҙә мөһим факт булып тора. Заманса ҡорамалдар комплексы Белорет металлургия комбинатында бөтөнләй яңы продукция; төҙөлөш тармағында ҡулланылған 4-12 миллиметр диаметрлы арматура сымы етештереүҙе үҙләштерергә булышлыҡ итәсәк. Бер йыл тирәһе элек беҙ был цехта булғайныҡ. Ул саҡта ҡорамалдар буш тора, кешеләр юҡ ине. Хәҙер иһә цех гөрләп тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика