12:20 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Любовь Колоколова
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы араһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов һәм БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе Алексей Щербацкий ҡул ҡуйҙы.
Ике ойошманың да функциялары эшҡыуарлыҡты хоҡуҡи, мәғлүмәти, консалтинг һәм маркетинг яҡлауы менән бәйләнгән. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһына инә. Уның ағзалары булып бәләкәй, урта һәм ҙур бизнес субъекттары тора. БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы ағзалары иҫәбендә – республика ҡалалары һәм райондарының эшҡыуарҙар союздары, шулай уҡ тармаҡ принцибы буйынса ойошторолған берекмәләр. Шулай итеп, Ассоциацияла бизнестың территориаль, шулай уҡ тармаҡ проблемалары яҡшы билдәле.
— Шундай мөһим документҡа ҡул ҡуйыу беҙгә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә бизнесты үҫтереү өсөн өҫтәмә майҙансыҡ бирәсәк. Бәләкәй бизнес вәкилдәре өсөн дәүләт заказдары алыу планында ла алға китербеҙ, тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Щербацкий. – Бөгөнгө ваҡиға – ул эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәнфәғәтендә тағы бер аҙым. Ул төбәктең социаль-иҡтисади тормошонда һиҙелерлек ҙур роль уйнарға тейеш һәм унан, һис шикһеҙ, тағы ла тосораҡ файҙа көтөлә.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика