10:11 (UTC+5), 23 Ноября 2009

Рауил Ибәтуллин Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөш тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Эльвира Латипова
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының XI съезында илдә аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү проблемаһы күтәрелде. РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин билдәләүенсә, «иҫкергән панель «ҡумталарға» алмашҡа уңайлы, экологик саф йорттар, шул иҫәптән аҙ ҡатлылар ҙа, килергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был темаға беҙ әлегә тиклем етерлек иғтибар бүлеп еткермәнек. Асылда, беҙгә күпләп арзан торлаҡ төҙөү программаһы кәрәк. Хәҙер дөйөм күләмдә уның төҙөлөшө биш процент тирәһе тәшкил итә. Уны 25 процентҡа еткерергә кәрәк». Премьер фекеренсә, төҙөлөш индустрияһын үҫтереү, яңы төҙөлөш технологияларын индереү, шулай уҡ төҙөлөшкә ер участкалары бүлеү һәм инфраструктураны ҡороу төп мәсьәләләр булып тора.
Медиафорумдың съезд алдынан үткәрелгән секция ултырыштарының береһендә, Башҡортостанда торлаҡ проблемаһын хәл итеү тәжрибәһе сығарылды. Төбәктә “Үҙ йортом” программаһын тормошҡа ашырыу тураһында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин һөйләне.
Башҡортостан Республикаһында “2007-2010 йылдарға “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү” республика программаһы БР Хөкүмәте ҡарары менән 2007 йылдың декабрендә раҫлана. Һуңынан республика Хөкүмәтенең махсус ҡарарҙары ҡабул ителә. Уларҙың береһе торлаҡҡа мохтаж булыусы сифатында иҫәптә торған граждандарға милекселеккә – бушлай һәм сауҙа үткәрмәйенсә – ер участкалары алыуға хоҡуҡ бирә. Икенсе ҡарар республиканың бындай хоҡуҡҡа эйә булыусы кешеләре даирәһен киңәйтә. Хәҙер торлаҡҡа мохтаж булыусы сифатында иҫәптә тормаған йәш ғаиләләр ҙә, коммуналь фатирҙа, дөйөм ятаҡта йәшәүсе граждандар ҙа бушлай милекселеккә ер ала ала.
Программаға ярашлы, күпләп аҙ ҡатлы йорттар төҙөлгән урындарҙа инженер селтәрҙәре һәм социаль объекттар республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Мәҫәлән, был маҡсаттарға Шамонин, Жуков һәм Дорогино өсөн быйыл төбәк ҡаҙнаһынан 351 миллион һум аҡса бүленде. Шамонинда 350 урынлыҡ мәктәп тә төҙөлә башланды – шулай уҡ бюджет иҫәбенә.
“Үҙ йортом” программаһында ҡатнашыусыларға БР Хөкүмәте финанс ярҙамы күрһәтә: йыллыҡ һигеҙ процент менән биш йылға 300 мең һум күләмендә аҡса бүлә. Бының өсөн 2009 йылда БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының устав капиталына 200 миллион һум аҡса күсерелде.
Республикала был торлаҡ ысынлап та арзан: бер квадрат метрҙың үҙҡиммәте 12-15 мең һум тәшкил итә.
Рауил Ибәтуллин, хәҙерге ваҡытта Өфө эргәһендә өс төҙөлөш майҙансығы үҙләштерелә, тип хәбәр итте. Шамонинда 203 гектар ерҙә беренсе һәм икенсе сират төҙөлөшө бара, ә был 1245 йорт. Бөгөн 781 йорт төҙөлөп бөтөп килә. Жуковта республика программаһы буйынса 835 йорт һалынасаҡ – хәҙер 443 ер участкаһында эштәр алып барыла. Дорогинола беренсе сират буйынса – 281 , икенсеһе буйынса 120 участкала йорттар төҙөлә.
- Быйыл Торлаҡ төҙөлөшө фонды күрһәтелгән ҡасабаларҙа бөтәһе мең йортто сафҡа индерергә планлаштырған, — тип хәбәр итте БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы башлығы. — Киләһе йыл Йоматау, Зубово һәм Мармылево эргәһендә төҙөлөштәр башлау планлаштырылған. Башҡортостан Хөкүмәте күпләп аҙ ҡатлы йорттар һалыуҙы ойоштороуҙың ыңғай тәжрибәһен республиканың бөтә территорияһында таратырға планлаштыра.
Рауил Ибәтуллин, республиканың уңышлы тәжрибәһе мөһим социаль инновация булып тора, ул Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә өйрәнеү һәм таратыуға лайыҡ, тип инаныуын белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика