Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
12+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
23 Ноября 2009, 06:25
Мортаза Рәхимов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашасаҡ
23 ноябрҙә Һамар ҡалаһында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашасаҡ. Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәрә.
Округ субъекттары етәкселәре хеҙмәт баҙары үҫеше мәсьәләләрен һәм халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү сараларын тикшерәсәк.
Шулай уҡ Совет ултырышында ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округының 2020 йылға тиклем осорҙа үҫеш концепцияһын әҙерләү барышы һәм Рәсәй Хөкүмәтенә раҫлауға тәҡдим итеү тураһында мәғлүмәт менән танышасаҡ.
Автор:
БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Теги:
президент
Читайте нас