Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.99
+0.08
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2009, 09:55

Финанс министрлығы бюджет табыштары һәм сығымдары хаҡында

2009 йылдың 1 ноябренә Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйынса 183 170,4 миллион һумлыҡ килем индерелгән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһы килемдәре (таможня түләүҙәрен иҫәпкә алмайынса) нигеҙҙә (89,6 %) Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Күмертау ҡала округтары һәм Өфө, Туймазы, Учалы, Бәләбәй, Ишембай, Мәләүез муниципаль райондары территорияларында тәьмин ителгән.
Быйыл 1 ноябргә республика тупланма бюджетының килем өлөшөнә 74 098,7 миллион һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килемдәр индерелгән, Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджеты сығымдары 89 341,2 миллион һум тәшкил иткән.
Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәр буйынса 79 096,2 миллион һумға, йәки йыллыҡ планға ҡарата 83,3 процентҡа, үтәлгән, шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килемдәр 57 097,6 миллион һум (81,3 %) күләмендә булған.
2009 йылдың 1 ноябренә Башҡортостан Республикаһы бюджетының һалым булмаған килемдәре 5 013,8 миллион һум йәки һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең 8,8 процентын тәшкил иткән, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан килемдәр - 4 712,1 миллион һум, йәки 8,3 %.
Федераль бюджеттан керемдәр 15 992,9 миллион һум, йәки Башҡортостан Республикаһы килемдәренең дөйөм күләменең 20,2 процентын, тәшкил иткән.
2009 йылдың 10 айында Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдары 74 815,6 миллион һум күләмендә финансланған, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 12 338,7 миллион һумға, йәки 19,7 процентҡа, күберәк. Башҡортостан Республикаһы бюджетының сығымдар структураһында түбәнге бюджеттарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә сығымдар 30 029,7 миллион һум, йәки сығымдарҙың дөйөм күләменән 40,1 процент, республика учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә - 9 678 миллион һум, йәки 12,9 процент, граждандарға социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға, пособиелар, пенсияларға өҫтәмәләр түләүгә һәм социаль тәьминәт буйынса башҡа сығымдарға - 7855,5 миллион һум, йәки 10,5 процент, эшләмәгән халыҡтың медицина страховкаһына 5090,5 миллион һум, йәки 6,8 процент, тәшкил иткән. Юл хужалығын финанслауға һәм капитал һалыуҙарға 16 946 миллион һум, йәки Башҡортостан Республикаһы бюджетының барлыҡ сығымдарының 22,6 проценты, бүленгән. Сығымдарҙың күрһәтелгән йүнәлештәренә Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдарының 92,9 проценты тура килә.
2009 йылдың 1 ноябренә урындағы (муниципаль райондар, ҡала округтары, ауыл һәм ҡала биләмәләре) бюджеттарҙың һалым һәм һалым булмаған килемдәре 17 001 миллион һум, йәки йыллыҡ планға ҡарата 80,7 процент, булған, шул иҫәптән муниципаль райондар бюджеттарына 6 920 миллион һум, ҡала округтары бюджеттарына 10 081 миллион һум индерелгән, был 2009 йыл планына ҡарата ярашлы рәүештә 85,7 һәм 77,7 процент тәшкил иткән.
Быйыл ун ай эсендә Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү йомғаҡтары күрһәтеүенсә, әүәлерәк булдырылған үҙәкләштерелгән резервтар бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләү, шулай уҡ социаль учреждениелар селтәрен ҡарау буйынса төп социаль-әһәмиәтле ағымдағы сығымдарҙы финанслау мөмкинлеген бирҙе. Шул уҡ ваҡытта граждандарға социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға, пособиелар, пенсияларға өҫтәмәләр түләүгә сығымдар һәм граждандарҙың социаль тәьминәте буйынса башҡа сығымдар былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 55,3 процентҡа, эшләмәгән халыҡтың медицина страховкаһына 17,2 процентҡа артҡан.
Стационар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында грипты дауалау өсөн химия терапияһы саралары запасын булдырыуға 10 миллион һум бүленде.
Ошо осорҙа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүгә сығымдар 24592,5 миллион һум тәшкил иткән һәм, социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡының 22 процентҡа артыуын тәьмин итеп, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 2 575,6 миллион һумға артҡан.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте республика иҡтисадындағы хәлде тотороҡландырыу һәм реаль секторҙың төп тармаҡтарына булышлыҡ итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.
Йыл башынан алып агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә 10,7 миллиард һум аҡса бүленгән, шуларҙан ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға - 2 миллиард һум, ауыл хужалығы етештереүе өлкәһендәге субсидияларға, компенсацияларға һәм сараларға - 3,15 миллиард һум, шул иҫәптән һөт һәм ит малсылығын үҫтереүгә - 0,4 миллиард һум.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы һәм бюджет учреждениеларын 2009-2010 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона эшкә әҙерләү менән бәйле сараларға Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетынан 12,9 миллиард һум бүленгән.
Торлаҡ төҙөлөшөнә булышлыҡ итеүгә һәм граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға быйыл ун ай эсендә 5,1 миллиард һум аҡса бүленгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда үҫеш - 1,9 тапҡыр. Мәктәптәр һәм республикалағы башҡа мәғариф учреждениелары төҙөлөшөн финанслауға 2,6 миллиард һум, һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөн финанслауға 1,3 миллиард һумлыҡ дәүләт капитал һалыуы тормошҡа ашырылған.
Төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын ҡарауға, ремонтлауға, һалыуға һәм реконструкциялауға йыл башынан алып Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 3,8 миллиард һум, коммуналь техника, йөк ташыу, милиция подразделениелары өсөн автотранспорт саралары, автобустар, троллейбустар һатып алыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Быйыл республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә һәм үҫтереүгә 750 миллион һум аҡса һалынған.
Автор:Эльвира Латыпова
Читайте нас: