17:38 (UTC+5), 23 Ноября 2009

БР Хөкүмәте һәм “Транснефть” хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Марият Артюхова
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Транснефть” нефтте транспортлау буйынса акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. БР Хөкүмәте Премьер–министры Раил Сарбаев һәм “Транснефть” акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Николай Токарев документҡа үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы.
Премьер–министр һүҙҙәре буйынса, төбәк территорияһында бындай эре компанияларҙың булыуының һәр ваҡыт ыңғай яҡтарын табырға кәрәк. “Транснефть” – республиканың күптәнге партнеры, ә компания етәкселеге үҙ өҫтөнә алған бурыстарға һәр ваҡыт яуаплы ҡараны.
Ҡабул ителгән килешеү, Раил Сарбаев һүҙҙәренсә, социаль характерлы. Беҙҙең республика территорияһында компанияның дүрт мең саҡрым торба үткәргестәре һалынған. Уның ике ҙур подразделениеһында – “Д.А.Черняев исемендәге Урал–Себер магистраль нефть үткәргестәре” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм “Нефть продукттары торба үткәргес транспортының Урал берекмәһе”ндә - 4,5 мең республика халҡы эшләй.
Республика ҡаҙнаһын тулыландырыуға ла компания тос өлөш индерә. Быйыл компанияның һалым түләүҙәренән 723 миллион һумдан ашыу аҡса көтөлә. Бөгөн ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, 2010 йылда һалым базаһының күләме 1 446,5 миллион һум тәшкил итәсәк.
Бынан тыш, “Транснефть” Башҡортостан территорияһында социаль-мәҙәни тәғәйенләшендәге обьекттар, спорт ҡоролмалары төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашасаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика