10:54 (UTC+5), 19 Ноября 2009

Республика малсылары Германия фермаларында булып ҡайтты

Марият Артюхова
Башҡортостан вәкилдәре “Рәсәй Федерацияһында һөт һәм һыйыр ите етештереүҙә яңы технологиялар үҫтереү һәм индереү” немец-рус берләшмә проекты сиктәрендә Германияла булып ҡайтты. Рәсми делегацияға БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов етәкселек итте һәм уның составына республиканың ауыл хужалығы тармағы етәкселәре һәм белгестәре инде.
Делегация Бененда, GEA WestfaliaSurge концернда булды. Был концерн һыйыр һауыу һәм һөттө һыуытыу, малдарҙы ашатыу, көтөүҙе ҡарау өсөн төрлө техника, һыйыр фермалары өсөн ҡорамалдар етештереүселәре араһында донья кимәлендә иң эреләрҙән иҫәпләнә.
Белгестәр шулай уҡ Төньяҡ Германияның өс әйҙәүсе фермер хужалығы – “Райнхард һәм Кристина Бюргер-Гребе”, Корба-Хельмшайдта “Юнк”, “Феддер” Төньяҡ Рейн-Вестфалия ер предприятиеһы – миҫалында һыйырҙарҙы имеҙеүгә эйәләштермәй ҡарау технологияһы менән танышты. Быҙауҙарҙы тыуғас та һыйырҙан айыралар һәм махсус боксҡа урынлаштыралар. Яңы тыуған быҙауҙарҙы, алдан дүрт һәм унан да күберәк һөтө төшкән һыйырҙарҙан йыйылған һәм туңдырып һаҡланған, ыуыҙҙы йылытып ашаталар. Белгестәр әйтеүенсә, уның составында яңы тыуған быҙауҙарҙың организмын нығытыу өсөн кәрәкле иммуноглобулиндар күп.
Германияға эш сәфәре программаһында Стейнладж ғаиләһенең “Hofladen” кәзәләр үрсетеү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа индерелгәйне. Улар 155 немец сыбар һәм аҡ аҫыл нәҫелле һауын кәзәләрен тота. Кәзәләрҙе ашатыу, ҡарау һәм һауыу шарттары, үҙҙәренең кәзә һөтөнән сыр, ойотолған эсемлектәр һәм ликерҙар етештереү цехы иғтибарға лайыҡ. Һауыу цехының нисек ойошторолоуын да хәтер һандығына һалырға була: карусель тибындағы ҡоролма 24 һауыу урынына иҫәпләнгән. Мюлбен ауылында урынлашҡан “Zollmann’s Stutenmilch“ йылҡысылыҡ хужалығы ла оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда туңдырылған һөттө эшкәртеү, ҡымыҙ һәм уның нигеҙендә косметик продукция етештереү үҙләштерелгән. Эштең төп ҡағиҙәһе – экологик таҙа производство. Хужалыҡтың һауын көтөүендә - “хавлинг” немец нәҫеленән 200 бейә иҫәпләнә. Бер башҡа тәүлек һауым, көнөнә өс тапҡыр һауғанда, 4-5 литр тәшкил итә.
Ҡунаҡтарға фермаларҙы йыһазландырыу,техника,ҡорамалдар, альтернатив энергия сығанаҡтары күрһәтелгән “Haus Düsse” ауыл хужалығы үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо.
Республика вәкилдәре Ганновер ҡалаһында үткән “AGRITECHNICA 2009” халыҡ-ара күргәҙмәһендә булдылар.
Эш сәфәренең аҙағында Германияның Аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль министрлыҡ вәкиле Герман Йойб менән осрашыу үтте. Ул Европала, шул иҫәптән, Германияла ауыл хужалығының дөйөм хәле, үҫеш юлдары һәм аграр производство мәсьәләләре, консультацион үҙәктәрҙең әһәмиәте тураһында һөйләп үтте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика