14:13 (UTC+5), 18 Ноября 2009

Мортаза Рәхимов AGCО корпорацияһы вице-президенты Хубертус Мюльхойзер менән осрашты

Любовь Колоколова
18 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов AGCО корпорацияһы вице-президенты Хубертус Мюльхойзер менән осрашыу үткәрҙе.
Һүҙ бында AGCО компанияһының «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән артабанғы хеҙмәттәшлек итеү пландары тураһында барҙы. Унда быйыл «Челленджер-647» иген йыйыу комбайндарын сығара башланылар. Йыл аҙағына тиклем республика ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн 20 техника берәмеге йыйыласаҡ.
— Беҙ берлектәге ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙа өлгәшелгән уңыштар менән ҡәнәғәтбеҙ. Президент менән бөгөнгө осрашыуҙа беҙ мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтереү, ауыл хужалығы техникаһы етештереүҙе арттырыу кәрәклеге тураһында һү алып барҙыҡ, — тине Хубертус Мюльхойзер журналистарға осрашыу аҙағында. – Хәҙер беҙ локалләштереү процесын башлайбыҙ, йәғни узелдарҙың күбеһен республикала йыйырға ниәтләйбеҙ. Беҙ «НефАЗ» менән бергә баҫыуҙарға тәүге комбайндарҙы сығарыуға өлгәшеүебеҙгә шатбыҙ. Был техника уңыш-2009-ҙы урып йыйыуҙа уңышлы файҙаланылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара AGCO корпорацияһына ингән Италияның LAVERDA заводы деталдәрҙең йыйылма комплектын ебәрә. "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәтендә комбайндар йыйыла һәм һатыуға әҙерләнә. Яңы производствоға алты мең квадрат метр майҙан бүленгән. Был участка корпорация тарафынан талап ителгән юғары техник һәм эстетик талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Бер йылда завод алты йөҙ комбайнға тиклем йыя ала.
AGCO корпорацияһы менән "Нефтекама автозаводы" араһында "НефАЗ" базаһында "Челленджер 647" комбайндарын ябайлаштырылған йыйыуҙы ойоштороу өсөн ҡорамалдар һәм айырым компоненттар ебәреүгә контрактҡа быйыл июль айында ҡул ҡуйылғайны.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, Европаның ҙур компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү заводта 600-ҙән ашыу өҫтәмә эш урыны булдырырға һәм етештереүҙе киңәйтеүҙе дауам итергә мөмкинлек бирҙе. Локалләштереү процесы деталдәрҙең 70 процентҡа тиклемен “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәтендә һәм республиканың бер нисә предприятиеһында етештереүҙе күҙ уңында тота.
Бөгөнгө осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров һәм "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәиф Маликов ҡатнашты.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика