Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
73.9
+4.54
21+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2009, 10:58
«Санкт-Петербург – Рәсәй төбәктәре» эшлекле миссияһының эше дауам итә
Башҡортостан менән Санкт-Петербургты электән килгән хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй, тине Конгресс-холда «Санкт-Петербург – Рәсәй төбәктәре» мәғлүмәт-эшлекле миссияһын асыу тантанаһында Башҡортостандың сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Вилорий Якупов. Төбәктәр бизнес-берләшмәләренең тап ошондай эшлекле бәйләнештәре хеҙмәттәшлекте яҡшыртырға һәм иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен йомшартырға һәләтле. Вилорий Альберт улы, ике төбәктең эшлекле даирәләре вәкилдәренең осрашыуҙары ҡул ҡуйылған контракттар формаһында тәғәйен һөҙөмтәләр килтерәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.
Санкт-Петербург Хөкүмәтенең Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Петрук республика етәкселегенә ошондай юғары кимәлдә ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул, Башҡортостан – Санкт-Петербург вәкилдәре үҙ предприятиелары экспансияһын үткәргән дүртенсе төбәк, тине. Төньяҡ баш ҡала делегацияһы составына рәсми кешеләр һәм ҙур предприятиелар етәкселәре генә түгел, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре лә ингән. Бөгөн тап уларға ярҙам кәрәк бит. Андрей Петрук, миссияның төп маҡсаты – урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре араһында бәйләнеш урынлаштырыу, тине.
Рәсәйҙең ике ҙур төбәгенең эшлекле даирәләре вәкилдәренең осрашыуы Башҡортостан Президенты Хакимиәте, Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты һәм “Эшлекле Рәсәй” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләре ярҙамы арҡаһында ойошторолдо.
Ҡунаҡтар Конгресс-холл фойеһында төньяҡ баш ҡала предприятиелары продукциялары күргәҙмәһен ойошторҙо. Машиналар эшләү, сәнәғәт төҙөлөшө, электр һәм гидроэнергетика, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе предприятиелары үҙ яңылыҡтарын һәм ҡаҙаныштарын күрһәтте.
Эш түңәрәк өҫтәл артында дауам итте, унда Башҡортостан ҡунаҡтары Санкт-Петербург һәм уның предприятиелары презентацияһын үткәрҙе. Ике төбәктең бизнес вәкилдәре шулай уҡ федераль һәм төбәк кимәлдәрендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны яҡлауҙы закондар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен дә тикшерәсәк.
Санкт-Петербург эшлекле даирәләре делегацияһының сәфәре ике көн дауам итәсәк.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
тышҡы бәйләнештәр
Читайте нас: