17:26 (UTC+5), 17 Ноября 2009

Махсус күргәҙмәлә Яңы йыл бүләктәре өсөн төргәктәр тәҡдим ителә

Яңы йылға тиклем алыҫ әле, ә бөгөн Өфөлә асылған “ПродУрал. Төргәк-2009” XV Төбәк-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙың экспозицияларында байрам һулышы тойола. Өфө компаниялары ла, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән экспоненттар ҙа балаларға Яңы йыл бүләктәре, шулай уҡ туғандарға һәм дуҫтарға презенттар өсөн сағыу һәм төрлө төргәктәр тәҡдим итә.
Тәүге тапҡыр был күргәҙмәлә бынан ун йыл элек Өфө эшҡыуары Ирина Иванова асҡан “Байрам өсөн төргәк” магазины ҡатнаша. Үҙ күргәҙмә майҙансығында ул Яңы йыл бүләктәре өсөн төргәктәргә төп баҫым яһай. Шуға күрә лә уның стенды эргәһенән көн буйына кеше өҙөлмәй. Күмәртәләп һатып алыусыларға уңайлы булһын өсөн Ирина Иванова быйыл йәй тармаҡта беренсе интернет-магазин асҡан, ул һатыусыларҙың эшен күпкә еңеләйтә һәм сауҙа залында урынды экономиялай.
Ә күптән түгел Ирина Иванова тағы ла бер үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы – биналарҙы һауа тултырылған шарҙар менән биҙәү буйынса өйрәтеү семинары үткәрҙе. Баҡһаң, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында был нескә, шатлыҡ бүләк итеүсе оҫталыҡҡа өйрәнергә теләүселәр байтаҡ икән. Эшҡыуарҙың планында – Өфөлә һауа шарҙары фестивале үткәреү, уға ул исем дә уйлап тапҡан – “Тылсымлы бала саҡ донъяһы”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика