11:39 (UTC+5), 17 Ноября 2009

Ғинуар-октябрҙә социаль-иҡтисади үҫештең айырым күрһәткестәре

Марият Артюхова
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең айырым күрһәткестәрен баҫып сығарҙы.
Мәҫәлән, был осорҙа ойошмаларҙың әйләнеше 1,1 триллион һум тәшкил иткән. Шуның 124,8 миллиарды октябргә тура килгән. 669,7 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙар тейәп оҙатылған, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған.
Көрсөк күренештәренә ҡарамаҫтан, иҡтисад аҡрынлап көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә яҡынлаша. Ғинуар-октябрь йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 94,1 процент тәшкил иткән (беренсе ярты йыллыҡта — 92,5 процент).
Эшмәкәрлектең “Төҙөлөш” төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме 58,3 миллиард һум кимәлендә. Республика иҡтисады торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса былтырғы кимәлгә сыға алды. Тапшырылған торлаҡтың дөйөм майҙаны 1,6 миллион квадрат метрҙан ашып китте.
Төбәктең агросәнәғәт комплексында етештерелгән продукция күләме аҡсалата сағылышта 88,2 миллиард һум тәшкил итте. Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше, йәмәғәт туҡланыуы һәм халыҡҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү күләме 357,4, 14,4 һәм 286,4 миллиард һум тәшкил итте.
Башҡортостанда 1 октябргә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны – 39 мең.
Ҡулланыу хаҡтары, тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтар индексы 107,4 процент тәшкил итте. Ә сәнәғәт тауарҙары етештереүселәрҙең хаҡтар индексы — 135,9. Шуны ла әйтергә кәрәк, октябрҙә күрһәтелгән төркөмдәр буйынса хаҡтар кимәле сентябрҙәгенән кәмерәк булды – индекс 99,8 һәм 98 процент тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика