Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2009, 15:07

145 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны фатир аласаҡ

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 145 ветеран 2010 йылдың 1 майына тиклем фатир менән тәьмин ителергә тейеш, тип белдерҙе матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов.
Башҡортостанда 2009 йылдың 1 ғинуарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бөтәһе 667 ветеран ғариза биргән. Бөгөнгә уларҙың барыһына ла фатир алыуға таныҡлыҡ тапшырылды. Күптәре торлаҡ алды ла инде. Ҡалған 145 кеше әлеге ваҡытта үҙҙәре өсөн ярашлы варианттарҙы һайлай.
Фидус Әғләм улы ветерандарҙың үҙ хоҡуҡтарын нисек тормошҡа ашырыуҙары хаҡында ентекле һөйләне.
Торлаҡ менән тәьмин итеү субсидия бүлеү юлы менән тормошҡа ашырыла. 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа баҫҡан ветерандар һәр “квадрат” өсөн 27 мең 800 һум хаҡ менән 36 квадрат метр торлаҡ алыуға таныҡлыҡ ала. Ветеран үҙенә ярашлы торлаҡты һайлағандан һәм милексе хоҡуғын теркәгәндән һуң ғына аҡса күсерелә башлай. Шулай итеп средстволарҙы маҡсатһыҙ файҙаланыу мөмкинлеге ҡалмай.
Был программаны финанслау РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы аша үткәрелә. Ә сиратҡа ҡуйыу һәм контроллек итеүҙе урындағы властар бойомға ашыра.
- Башҡортостанда ветерандарҙы торлаҡ менән менән тәьмин итеү бер ниндәй сетереклектәрһеҙ алып барыла, һәм хәҙерге ваҡытта беҙ был эштәрҙе тамамлайбыҙ, – тип ышандырҙы Фидус Ямалетдинов. – 2010 йылда беҙ, ҡасан сиратҡа тороуына ҡарамаҫтан, бөтә мохтаж булған ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Бөгөнгө көндә был исемлектә 330 кеше. Кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителгән дә инде, хәҙер уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары ҡарала.
Ул шулай уҡ ил етәкселегенең тыл эшсәндәренең, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға өҫтәмә йөкләмә биреүе тураһында ла һөйләне. 2010 йылдың 1 майына тиклем урындағы властар был граждандарҙың торлаҡ шарттарын тикшереп сығырға тейеш. Ундайҙар Башҡортостанда 110 мең кеше тирәһе. Бөгөнгә 2900 самаһы кеше үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләк белдерҙе, 980 кеше капиталь ремонт формаһында реаль ярҙам алды ла инде.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: