04:46 (UTC+5), 16 Ноября 2009

Стәрлетамаҡта ит йәрминкәләре асылды

Әнисә Абдуллина
Стәрлемтамаҡ ҡалаһында тәүге ит йәрминкәләре башланды. Уны ҡала хакимиәте ярҙамында “Үҙәк” универсаль сауҙа комплексы ойошторҙо. Йәрминкәлә республиканың Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары коллектив хужалыҡтары, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре һәм фермерҙары ҡала халҡына сифатлы ит продукцияһы – йылҡы,һыйыр,сусҡа,һарыҡ,ҡош итен– тәҡдим итте.
– Тәүге йәрминкә бик матур үтте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – тине ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсүл Хәсәнов. – Ит күп, уның сифаты яҡшы, хаҡтары ла тешләшерлек түгел. Әлбиттә, халыҡ бик ҡәнәғәт. Бында тирә-яҡ райондарҙан килеүселәрҙән тыш, ситтән килгәндәр, хатта өфөлөләр ҙә, бар. Киләсәктә бындай йәрминкәләрҙе беҙ икенсе урында ла үткәрәсәкбеҙ. Мәҫәлән, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һатыусыларға урын етәрлек буласаҡ.
“Рощинский” совхозы тәҡдим иткән продукция үҙенең ассортименты менән ҡыуандырҙы. Төрлө ит продукцияһынан тыш, һатыуға улар үҙҙәре бешергән икмәк тә сығарған, йәшелсә, емеш-еләк менән ҡыуандырҙы.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика