09:26 (UTC+5), 06 Ноября 2009

Раил Сарбаев алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Хөкүмәт дипломдары тапшырҙы

Ольга Горюнова
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев төбәктең иң яҡшы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына һәм хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдарын тапшырҙы.
БР Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында бөгөн республика агросәнәғәт комплексының бөтә тармаҡтары вәкилдәре йыйылды.
— Ауыл эшсәндәре йылды яҡшы ғына һөҙөмтәләр менән тамамлай. Һауа шарттары буйынса йыл еңелдән булманы. Шулай ҙа беҙ мул ғына уңыш — 3,2 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алыуға өлгәштек. Республика малсылары билдәле бер уңыштарға иреште. 2012 йылға тиклемге ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла, ә уның сиктәрендә — ит һәм һөт малсылығын үҫтереү, ауылдың социаль үҫеше программалары ла, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл ит һәм һөт малсылығын үҫтереүгә 1,3 миллиард һум аҡса бүленәсәк, был федераль бюджеттан төбәктәргә йүнәлтелгән иң ҙур сумма.
БР Хөкүмәте дипломдарын бөгөн иң яҡшыларҙан яҡшылар алды. Улар иҫәбендә агросәнәғәт комплексына алдынғы технологияларҙы уңышлы индергәне өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы, “Селена-Агро” дипломдар алды, һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлеге өсөн Премьер-министр Максимовка сусҡасылыҡ комплексына награда тапшырҙы.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ауыл хужалығы структуралары селекцияһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн Дипломға лайыҡ булды. Ауыл хужалығы производствоһына фәнни эшкәртмәләрҙе уңышлы индергәне өсөн «Алексеевка» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы производство кооперативы дипломдар менән бүләкләнде. «Красная Башкирия» ауыл хужалығы производство кооперативы һәм «Әһле» крәҫтиән-фермер хужалығы – үҫемлекселектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн, «Рощинский» һәм «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиелары — малсылыҡтағы юғары күрһәткестәре өсөн, «Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» ҡошсолоҡтағы ҡаҙаныштары өсөн наградаларға лайыҡ булды.
50-нән ашыу предприятие ауыл хужалығы производствоһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн БР Хөкүмәте Дипломдарына һәм аҡсалата премияларға лайыҡ булды.
Шулай уҡ республиканың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы предприятиелары һәм һөнәре буйынса иң яҡшылар билдәләнде.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика