Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.06
+1.19
105.31
+0.56
79.41
-1.52
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ноябрь 2009, 12:35

Игенселәр ауыл хужалығы миҙгеленә йомғаҡ яһай

Иртәгә, 6 ноябрҙә, Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәре Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйәсәк. Был байрамға арналған тантана Конгресс-холда үтәсәк.
Профессиональ дата алдынан аграрийҙар ауыл хужалығы миҙгеленә йомғаҡ яһай.
Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, республикала 3,2 миллион тонна иген йыйып алынды. Республика бураһын тултырыуға Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Ауырғазы, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондары игенселәре тос өлөш индерҙе. Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Туймазы һәм Өфө райондарында мул ғына уңыш йыйып алыуға өлгәштеләр.
Киләһе йыл яҙғы сәсеү өсөн етерлек күләмдә яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары һалынды.
Быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө 55 мең гектар майҙанды биләне. Унан тулайым йыйым 1,2 миллион тонна тәшкил итте. Был күләм эшкәртеү заводтарына эшләү өсөн етерлек. Айырыуса Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Мәләүез, Ауырғазы, Бүздәк һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары яҡшы эшләне. Шәкәр плантацияларының 90 проценттан ашыуы ҡул хеҙмәтен ҡклланмайынса, интенсив технология буйынса эшкәртелде. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 310-550 центнер тәшкил итте.
Көнбағышты урып йыйыу уңышлы тамамланды. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тулайым йыйым 120 мең тонна тәшкил итте. Дәүләкән, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтары мул уңыш алды.
Картуф етештереүҙә Өфө районының «Алексеевка» совхозы, Стәрлетамаҡтың Салауат исемендәге, Туймазының «Уңыш», Илештең «Сөн», Шишмәнең «Әһли» һәм Мәләүез районының «Салауат» хужалыҡтары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар һәр гектарҙан 240 центнерҙан 438 центнерға тиклем бүлбе йыйып алды. Асыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүҙә Мәләүездең «Флора» крәҫтиән (фермер) хужалығына һәм Өфө районының «Алексеевка» совхозына тиңләшеүсе булманы: йәшелсәләрҙән уңыш гектарынан 448 һәм 496 центнер тәшкил итте.
Автор:Марият Артюхова
Читайте нас: