Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.27
+0.15
100.74
+0.24
70.89
+0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ноябрь 2009, 16:01

“Газпром трансгаз Өфө “ яңы торлаҡ комплексын файҙаланыуға тапшырҙы

Бөгөн Стәрлетамаҡ магистралле газ үткәргестәр производство идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн шатлыҡлы көн. Улар өсөн яңы торлаҡ комплексы төҙөлдө. Комплексты тантаналы асыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты.
"Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт йыл һайын күләмле социаль программалар алып бара, улар араһында торлаҡ төҙөү мөһим урын биләй. 2005 йылдан алып Нуриман, Дүртөйлө, Балаҡатай, Шаран, Бәләбәй, Салауат райондарында, Өфө һәм Сибай ҡалаларында 30 мең квадрат метрға яҡын майҙанлы күп фатирлы йорттар файҙаланыуға тапшырылды. Йәмғиәттең 600-ҙән ашыу ғаиләһе торлаҡ шартарын яҡшыртты.
Яңы торлаҡ йорт ике өс ҡатлы һәм бер дүрт ҡатлы секцияларҙан тора. Унда дөйөм күләме 2947,5 квадрат метр тәшкил иткән 12 бер бүлмәле, 10 ике бүлмәле һәм 18 өс бүлмәле 40 фатир урынлашҡан.
Йорт тиҙ төҙөлдө. Төп эштәр 2008 йылдың октябрендә башланды, ә бер йыл үткәндән һуң, төҙөүселәр уны файҙаланыуға тапшырырға әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе.
Объектты ҡабул иткәндә, Мортаза Рәхимов Башҡортостанда газ үткәреү кимәле юғары булыуы һәм "Газпром" акционерҙар йәмғиәтенең социаль инфраструктураны үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне. Мортаза Рәхимов фекеренсә, республиканың "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлеге Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен артабан нығытыуға һәм уның энергетик именлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡатмарлы заманаларға ҡарамаҫтан, "Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һуңғы йылдарҙа ғына 30 мең квадрат торлаҡ тапшырҙы.
Быйыл республикала 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, өҫтөнлөк аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә бирелә, тип әйтеп үтте республика башлығы.
"Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Пашин әйтеүенсә, был йорттағы фатирҙарҙың бер өлөшө социаль яллау шарттарында йәш белгестәргә биреләсәк. Улар өсөн түбән фатир хаҡы ла ҡаралған – айына 170 -250 һум. Ә фатирҙы үҙҙәренә һатып алырға теләүсе хеҙмәткәрҙәргә фатир хаҡының 70-80 процентын тәшкил иткән матди ярҙам күрһәтеләсәк. Финанс ярҙамдың күләме хеҙмәткәрҙәрҙең эш стажына ҡарап биреләсәк.
Әле "Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 300 кеше сиратта тора. Киләсәктә улар ҙа өй туйлаясаҡ.
Мортаза Рәхимов яңы фатирҙарҙы ҡарап сыҡты. Уларҙың майҙаны ҙур ғына. Мәҫәлән, өс бүлмәле фатирҙың майҙаны 92 квадрат метр. Газтранспорт системаһында оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙән тыш, был фатирҙарға йәш белгестәр ҙә дәғүә итә ала. Мәҫәлән, өс бүлмәле фатир хужаһы Олег Поленок был структурала ни бары ике йыл ярым ғына эшләгән.Олег өсөн торлаҡ алыу икеләтә шатлыҡ, сөнки өс аҙна элек уның ғаиләһендә беренсе балалары доньяға килгән.
Автор:Ольга Горюнова, Эльвира Латипова
Читайте нас: