14:19 (UTC+5), 02 Ноября 2009

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар арта

Ольга Горюнова
Уҙған аҙнала баш ҡаланың икенсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың хаҡы 0,5 процентҡа күтәрелеп 38,27 мең һум тәшкил итте.
“Эксперт” күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренән хәбәр итеүҙәренсә, бер бүлмәле фатирҙарҙың уртаса хаҡы 0,5 процентҡа күтәрелгән һәм бер квадрат метрҙың хаҡы 40,6 мең һумға еткән. Ике бүлмәле фатир хаҡы 0,7 процентҡа артҡан, бер “квадраттың” хаҡы 38,22 мең һум.Өс бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы 0,4 процентҡа арҡан һәм бөгөн 36,41 мең һум тәшкил итә. Күп бүлмәле фатирҙарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы 37,15 мең һум.
Йыл башынан бер бүлмәле фатирҙарҙың уртаса хаҡы 21,5 процентҡа арзанайған, ике бүлмәле — 21,7 процентҡа, өс бүлмәле — 22,7 процентҡа, күп бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы 26,8 процентҡа төшкән.
Бөгөн иң арзан бер бүлмәле фатирҙы Өфө шоссеһы урамында бер миллион һумға һатып алырға була, ә иң ҡиммәте — дүрт бүлмәле фатир — Достоевский урамында 16 миллион һум тора.
Өфө шоссеһы урамында иң түбән хаҡҡа бүлмә 500 мең һум тора. Ленин урамындағы иң ҡиммәт бүлмәнең хаҡы 1,15 миллион һум тәшкил итә.
8-се Март ҡасабаһында иң ҡиммәт коттедж һатыла – уның хаҡы 18 миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика