10:27 (UTC+5), 02 Ноября 2009

Өфө компанияларын Екатеринбургка конференцияға саҡыралар

Любовь Колоколова
27 ноябрҙә Екатеринбургта, «Гранд-Авеню» отелендә, «Туризмда On-line һатыу итеү һәм маркетинг» конференцияһы үткәрелә. Екатеринбург хакимиәте һәм Sabre Travel Network компанияһы ярҙамында уны USTA компаниялары төркөмө ойоштора.
Эксперттар һәм бизнес-форум ҡунаҡтары бюджетты оптималләштереү шарттарында традицион маркетинг стратегияларын нисек баланслау, интернет-маркетингка инвестицияларҙың һөҙөмтәлелеген күҙәтеп барыу, ҙур ҡалаларҙа һәм төбәктәрҙә был баҙарҙың үҙенсәлектәре кеүек күп кенә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.
Бизнес-форум туристик компаниялар, ҡунаҡхана бизнесы, банкылар һәм түләү системалары вәкилдәрен берләштерәсәк. Ойоштороусылар профессоналдар өсөн был мөһим ваҡиғала ҡатнашырға Екатеринбургтан, Өфөнән, Силәбенән, Төмәндән, Пермдән ҡунаҡтар саҡыра.
Проекттың мәғлүмәт партнерҙары –mail.ru интернет-порталы һәм «Commercial Real Estate» журналы. Конференцияға «Деловой квартал» журналы сайты (www.dkvartal.ru), Екатеринбургтың 66.ru заманса порталы һәм «Башинформ» агентлығы мәғлүмәт ярҙамы күрһәтәсәк.
Ентекле мәғлүмәтте www.event.ustagroup.ru сайттында табырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика