08:22 (UTC+5), 30 Октября 2009

Республика Президенты Красноусолда мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты

Марият Артюхова
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн республиканың Ғафури районына эш сәфәре менән сыҡты. Төбәк башлығы Красноусол ауылында 320 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты.
Мәктәп төҙөлөшөн “Уфастройинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт алып бара. Эштәрҙең дөйөм смета хаҡы 228 миллион һум тәшкил итә.
Ғафури районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Барый Кәримов һөйләүенсә, районда йыл башынан республиканың адреслы инвестициялар программаларына ярашлы обьекттар төҙөүгә яҡынса 187,7 миллион һум үҙләштерелгән. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау тармағында Красноусол үҙәк дауаханаһын капиталь ремонтлау бара. Әлеге ваҡытта төп бинаның һул ҡабырғаһында, поликлиниканың уң ҡабырғаһында ремонт эштәре үткән, административ-көнкүреш комплекстың мансарда ҡатының конструкциялары күтәрелгән.
“Ауылдың 2012-се йылға тиклем социаль үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ағымдағы йылда 16,6 саҡрым торбаүткәргес һалынасаҡ, дүрт ауыл – газ һәм ике ауыл эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика