09:39 (UTC+5), 30 Октября 2009

“Башавтотранс” автобустарында интернет менән бушлай файҙаланып була

Любовь Колоколова
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы автобустарында юғары технологиялы яңылыҡ индерелде: республиканың төп дәүләт йөк ташыусыһының йәмәғәт транспортында интернет селтәренә сығыу мөмкинселеге булдырылды. Бының өсөн өҫтәмә аҡса түләү талап ителмәй – билет өсөн түләү ҙә етә. “Сотел” компанияһы тәьмин иткән элемтә ярҙамында мәктәп уҡыусылары, студенттар, үҙҙәренең туҡталышына барып еткәнсе, интернет селтәрендә шөғөлләнә ала.
Интернетҡа сығыу тиҙлеге билдәле шарттарҙа секундына 100 Мбит-ҡа етә. Смартфон,шәхси кеҫә компьютеры, PSP йәки ноутбук хужалары сифатлы бушлай элемтә менән файҙалана ала.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында хәбәр итеүҙәренсә, әлегә интернетҡа сығыу өсөн Wi-Fi системалары студенттар араһында ҙур һорау менән ҡулланған 51-се һанлы маршрут автобустарына ҡуйылған. Был пассажирҙар машиналары 17-се һанлы балалар клиник дауаханаһынан Октябрь проспекты буйлап “Йәшел сауҡалыҡ” туҡталышына тиклем йөрөй. Маршрут һыҙығында республиканың күп кенә юғары уҡыу йорттары урынлашҡан.
Киләсәктә Wi-Fi системалары ҡуйылған автобустар һанын арттырыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика