07:04 (UTC+5), 29 Октября 2009

Иң яҡшы энергетиктар конкурста билдәләнә

Марият Артюхова
Башҡортостан энергетиктары “Энергетик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес-2009” II Республика конкурсына әҙерләнә. Ул Энергетиктар көнөнә ҡарата 12 ноябрҙә үткәреләсәк. Конкурсты ойоштороусылар – “Тармаҡ-ара институт” дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы һәм Рәсәй техник күҙәтеүенең Урал буйы идаралығы.
Конкурс ике этапта үткәрелә. Беренсеһе компьютерҙа тест үткәреү формаһында үтәсәк. Конкурс комиссияһы “Электр ҡоролмалары һәм электр селтәрҙәре”, “Йылылыҡ энергия ҡоролмалары һәм йылылыҡ селтәрҙәре” йүнәлештәре буйынса энергетик хәүефһеҙлек өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи акттарҙы һәм норматив-техник документтарҙы белеүен тикшереү өсөн берҙәй ҡатмарлылыҡтағы теоретик һорауҙар блоктарын әҙерләй. Икенсе этапта һәр “өсәр” конкурсантҡа ҙур экранда “Электр ҡоролмалары һәм электр селтәрҙәре”, “Йылылыҡ энергия ҡоролмалары һәм йылылыҡ селтәрҙәре” номинациялары буйынса предприятиеларҙа энергетик хәүефһеҙлекте ойоштороу буйынса һорауҙар күрһәтеләсәк. Һәр конкурсанттың үҙ сигнал төймәһе, ҡайһы алданыраҡ баҫа, шул һорауға беренсе булып яуап биреү хоҡуғы ала. Дөрөҫ яуап биргән осраҡта конкурс комиссияһы конкурсантҡа балл ҡуя, ә дөрөҫ булмаһа, ҡалған икәүгә яуап биреү мөмкинлеге бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика