08:50 (UTC+5), 29 Октября 2009

Башкортостанда 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Ольга Горюнова
Бөгөн төҙөлөш комплексы алдында торған төп мәсьәлә – 2,4 миллион квадрат метр күләмендә планлаштырылған торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу. Был уҙған йыл күләменән ике процентҡа күберәк – БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы коллегияһында министр Рауил Ибәтуллин төҙөүселәр алдында тап ошондай бурыс йөкмәтте.
Аҙ ҡатлы йоттар төҙөлөшөн үҫтереү ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе. Ошо маҡсатҡа ярашлы республикала "Үҙ йортом" программаһы индерелгән. Уның буйынса Өфө районының Жуков, Шамонин, Дорогин ауылдарында, Рауил Ибәтуллин һүҙҙәре буйынса, йыл аҙағына тиклем тағы ла 1000-гә яҡын йорт тапшырылырға тейеш. Торлаҡ төҙөүҙән тыш унда икенсе мәсьәләләр хәл ителә. Мәҫәлән, тиҙҙән унда йәшәгән халыҡты транспорт менән тәьмин итәсәктәр – Өфө һәм “Үҙәк баҙар” туҡталышы маршруты буйынса автобус хәрәкәте булдырыласаҡ. Киләсәктә республика программаһы буйынса Йоматау, Алексеевка, Базилевка эргәһендәге майҙандарҙа йорттар төҙөлә башлаясаҡ. Был тағы ла 2,5 мең шәхси йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ тигәнде аңлата.
Бынан тыш, «Ласселсбергер» керамик плитка етештереү заводында программа сиктәрендә тиҙ төҙөлә торған йорттар етештереү линияһы булдырыласаҡ. Бындай йорттарҙың бер квадрат метры 11 – 12 мең тәшкил итәсәк.
“Үҙ йортом” программаһы тураһында тулыраҡ итеп министр урынбаҫары Рәмил Хәлимов һөйләне. Программа шарттары буйынса торлаҡ түбәндәге категорияларға бирелә: торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә тормаусы йәш ғаиләләр, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә тормаусы коммуналь фатирҙа йәшәүсе бюджет өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, дөйөм ятаҡтарҙа йәшәүселәр, бер һәм ике бүлмәле фатирҙарҙа бер нисә ғаилә йәшәүселәр.
Программала ҡатнашыусыларға йылына 8 процент менән биш йылға 300 мең заем биреү мәсьәләһе лә хәл ителде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте был маҡсатҡа “БР Торлаҡ төҙөү фонды” дәүләт унитар предприятиеһы Устав капиталына 200 миллион һум аҡса бүлде һәм 2010 йылда республика бюджетынан өҫтәмә средстволар биреү планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика